Башҡорт әҙәбиәтенән 5-9 кластар өсөн эш программаһы

2

Аңлатмалы яҙыу
Дөйөм белем биреүсе мәктәптәр өсөн башҡорт әҙәбиәте буйынса программа дөйөм
белем биреү йөкмәткеһенең фундаменталь үҙәге (ядроһы) һәм икенсе быуын Федераль
дәүләт стандарттарында ҡуйылған талаптар нигеҙендә төҙөлдө. Унда шулай уҡ дөйөм
белем биреүҙең уҡыу эшмәкәрлеген үҫтереү һәм формалаштырыу программаһының төп
идеялары һәм положениелары, дөйөм белем биреүҙең башланғыс белем биреү
программалары менән күсәгилешлек принциптары күҙ уңында тотолдо.
Маҡсат һәм белем һөҙөмтәләре бер нисә кимәлдә бирелә - шәхес, метапредмет
һәм предмет йүнәлешендә. Үҙенең сиратында предмет һөҙөмтәләре кеше эшмәкәрлегенең
төп сфераларына ярашлы күрһәтелә: танып белеү, ҡиммәт ориентацияһы, хеҙмәт, физик,
эстетик тәрбиә.
Уҡыу планында предметтың урыны. Башҡортостан Республикаһының башҡорт
телендә уҡытылған дөйөм белем биреүсе мәктәптәр өсөн йыллыҡ уҡыу планы әҙәбиәтте
340 сәғәт күләмендә уҡытыуҙы күҙ уңында тота: 5-се класта – 68 сәғәт, 6-сы класта – 68
сәғәт, 7-се класта – 68 сәғәт, 8-се класта – 68сәғәт, 9-сы класта – 68 сәғәт.
Эш программаһы түбәндәге хоҡуҡи- норматив документтарға таянып төҙөлдө:
- Рәсәй Федерацияһы һәм Башғортостан Республикаһы Конституцияһы;
- РФ законы “Мәғариф тураһында” (273- сө һанлы – ФЗ, 29.12.2012 );
- РБ законы “Мәғариф тураһында” (696 - сы һанлы –ФЗ, 01.07.2013 );
- “Башҡортостан халыҡтары телдәре” законы;
- “Башҡорт мәғарифын үҫтереү концепцияһы”;
- 2016/2017 уҡыу йылында дөйөм белем биреү учреждениеларында ҡулланыу өсөн
Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән уҡыу
әсбаптары исемлеге;
- Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районы муниципаль дөйөм
белем биреү бюджет учреждениеһы Имәндәш ауылының төп дөйөм белем биреү
мәктәбенең уҡыу планы

“Әҙәбиәт” фәнен өйрәнеү һөҙөмтәһендә алған шәхси һөҙөмтәләр:
- шәхестең рухи-әхлаҡ сифаттарын камиллаштырыу, Ватанға һөйөү тойғоһо, башҡорт һәм
башҡа халыҡтарҙың әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү;
- танып белеү һәм коммуникатив мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн төрлө мәғлүмәт
сығанаҡтарын файҙаланыу;
метапредмет һөҙөмтәләре:
- проблемаларҙы аңлай белеү, гипотеза ҡуйыу, материалдарҙы структураға һалыу, үҙ
позицияһын иҫбатлау өсөн аргументтар һайлау.
Телдән йәки яҙма текстарҙа сәбәп –эҙемтә бәйләнештәрен билдәләү, һығымталарҙы
формалаштырыу;
- эшмәкәрлекте үҙ аллы ойоштороу оҫталығы, уны баһалау, ҡыҙыҡһыныу сфераһын
билдәләү;
- төрлө мәғлүмәт сығанаҡтары менән эшләү күнекмәһенә эйә булыу, уны табыу,
анализлау, үҙ эшмәкәрлегеңдә файҙаланыу;
3

предмет һөҙөмтәләре:
1) танып белеү сфераһында:
- башҡорт халыҡ ижадында һәм башҡа халыҡтарҙың фольклорында, боронғо әҙәбиәт
вәкилдәренең, башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрендә күтәреогән төп проблемаларҙы
аңлау;
- художестволы әҫәрҙең яҙылыу дәүере менән бәйләнешен аңлау, унда сағылған ваҡыт,
әхлаҡ сифаттары һәм уларҙың бөгөнгө көн яңырыуын асыҡлау;
- әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлай белеү, теге йәки был әҫәрҙең ниндәй жанр төрөнә ҡарауын
билдәләү, темаһын, идеяһын, үхлаҡ пафосын аңлау, уның геройҙарына характеристика
биреү, бер йәки бер нисә әҫәрҙең геройҙарын саҫыштырып ҡарау;
- әҫәрҙең сюжетын, композицияһын, тасуири һүрәтләү сараларын билдәләү; әҫәрҙең идеяхудожество йөкмәткеһен асыуҙа уларҙың ролен аңлау;
- әҙәби әҫәрҙе анализлағанда элементар әҙәби терминдар менән эш итә белеү;
2) ҡиммәт-ориентация сфераһында: - башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәтенең рухи-әхлаҡи
ҡиммәттәре менән таныштырыу, уларҙы башҡа халыҡтарҙың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре
менән сағыштырыу;
- башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәренә ҡарата уҡыусыларҙың үҙ ҡарашын булдырыу һәм уларҙы
баһалау;
- өйрәнелгән әҙәби әҫәрҙәргә үҙ интерпретацияһын булдырыу (айырым осраҡтарҙа); автор позицияһын аңлау, уға ҡарата үҙ ҡарашын булдырыу;
3) коммуникатив сферала:
- төрлө жанрҙарҙа яҙылған әҙәби әҫәрҙәрҙе аңлы итеп уҡыу һәм уларҙың йөкмәткеһен
адекват ҡабул итеү;
- проза әҫәрҙәрен йәки уларҙың өлөштәрен текста ҡулланылған башҡорт теленең тасуири
һүрәтләү сараларын һәм цитталар ҡулланып һөйләй белеү;
- тыңланған йәки уҡылған текст буйынса һорауҙарға яуап бирә белеү, телдән төрлө
текстағы монолог телмәр төҙөү, диалог алып барыу оҫталағына эйә булыу;
- өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең тематикаһы, проблематикаһы менән бәйле изложение, инша
яҙыу, класта һәм өйҙә ижади эштәр, әҙәби һәм дөйөм мәҙәниәт темаларына реферат яҙыу;
4) эстетик сферала:
- һүҙ сәнғәте булараҡ әҙәбиәттең образлылыҡ тәбиғәтен аңлау;
- әҙәби әҫәрҙәрҙе эстетик ҡабул итеү, эстетик зауыҡ формалаштырыу;
- башҡорт һүҙҙәренең эстетик функцияһын, әҙәби әҫәрҙәрҙә художестволы образдар
тыуҙырыуҙа тасуири һүрәтләү сараларының ролен аңлау.
Ваҡыт бүленеше Әҫәрҙең тексын өйрәнеү 55 сәғәт Һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү 8
сәғәт Кластан тыш уҡыу буйынса әңгәмә 5 сәғәт.
Уҡыу предметының йөкмәткеһе.
5 класс (68 сәғәт)
М.Ғафури. “Нурлы мәктәп”, Р.Ниғмәти. “Хәйерле юл һеҙгә!” 2с.
Әҫәрҙә уҡыусыларҙың йәйге каникулын, уҡыуҙың тәүге көнөн тасуирлау. Уҡытыусы
образы. Әҫәр теленең образлылығы. Тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.
Р.Байбулатов. Ағас һәйкәл.2с.
Әҫәрҙә малайҙар дуҫлығы, бер-береһенә мөнәсәбәтенең с ағылышы.
4

М.Кәрим.”Уҡытыусыма”, Н.Нәжми. “Беренсе дәрес” 1с.
Л.Яҡшыбаева “Бәхетең үҙең менән” 1с.
Әҫәрҙең темаһын һәм идея йөкмәткеһен билдәләү. Текст буйынса һорауҙар төҙөү һәм
уларға яуап биреү. Уҡытыусы образына характеристика.
А.Карнай. “Урманда” 2 с.
Хикәйәлә көҙгө тәбиғәтте тасуирлау. Йөкмәткеһенең аллегорик характерҙа булыуы. Төп
образдар. Уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү маҡсатында тәбиғәтте
тасуирларға өйрәтеү.
Әҙәбиәт теорияһы. Тасуирлау тураһында төшөнсә.
Ғ.Рамазанов. “Ураҡ өҫтө”. 1с.
Ф.Аҡбулатова. “Атай икмәге” 2с.
Игенсе хеҙмәтен данлау, юғары баһалау. Игенсе образы.
Ҡ.Аралбай. “Башҡорт теле”, Б.Бикбай. “Туған тел”, “Рус теле”, Р.Ғарипов. “Туған
тел”
2 с.
Туған тел һәм рус теленең халыҡ тормошонда тотҡан әһәмиәтен, байлығын данлау, телгә
хөрмәт тәрбиәләү, шиғырҙың тел байлығын күҙәтеү.
Х.Тапаҡов.”Бибинур “улусәй” 1с.
Хәҙерге ҡала тормошо, быуындар бәйләнеше, туған тел, ғөрөф-ғәҙәттәр.
М.Ғафури. “Балалар һәм китап” 1с.
Д.Бүләков. “Яралы китап” 2с.
Хикәйәлә Бөйөк Ватан һуғышы осоронда халыҡтың берҙәмлеген, илдең азатлығын һаҡлау
өсөн берҙәм күтәрелеүен һүрәтләү. Уҡыусыларҙың һуғышта ҡатнашыусыларҙы
хөрмәтләүе.
Я.Ҡолмой “Ҡыҙыҡлы китап”,Н.Иҙелбай. “Иң яҡын дуҫ” 1с.
Бала ғүмерендә китаптың роле, әһәмиәте.
Башҡорт халыҡ ижады.1 с.
Үтелгәнде ҡабатлау. Фольклор һәм яҙма әҙәбиәт.
Әкиәттәр. 4 сәғәт
Әкиәттәрҙең художестволы үҙенсәлектәре. Тормош-көнкүреш әкиәттәре. Халыҡтың
хеҙмәтте юғары баһалауы. Хеҙмәткә өндәү идеяһы.
Йомаҡтар. 1 сәғәт
Халыҡ ижадының бер төрө булыуы яғынан йомаҡтар. Уларҙа халыҡтың тапҡыр аҡылы,
зирәклеге, ижади фантазияһының сағылыуы. Боронғо һәм совет осоро йомаҡтары.
Әҙәбиәт теорияһы. Йомаҡтар тураһында төшөнсә.
Мәҡәлдәр. 1сәғәт
Халыҡтың тапҡыр аҡылын, зирәклеген сағылдырыусы ҡыҫҡа теҙмә әҫәр. Мәҡәлдәрҙең
сағылышы. Тематик төрлөлөгө. Мәҡәлдәрҙең көсө, теле. Уларҙа образлылыҡ, ритмлылыҡ.
Әҙәбиәт теорияһы. Мәҡәл тураһында төшөнсә.
Башҡорт халыҡ йырҙары. 1 сәғәт
Башҡорт фольклорында йыр жанры.Оҙон һәм ҡыҫҡа көйлө йырҙар. Таҡмаҡтар.
С.Юлаев. “Ҡайтып киләм”, “Яуҙа яраланғас”, “Йырҙарҙан...” 1 сәғәт
Әҫәрҙәренең тематикаһы һәм идея йүнәлеше..Тыуғантәбиғәткә һөйөү, азатлыҡ өсөн
көрәш, батырлыҡ темаһы. Поэтик үҙенсәлектәре.
Ғ.Усман. “Егет булһаң”. С.Яҡшығолов. “Дим буйында яҙғы таң”,Я.Юмаев.
“Шәкерт” 1с.
5

Н.Нәжми. “Беренсе ҡар”,Г.Юнысова. “Ҡотло булһын Яңы йыл!” 1с.
С.Сурина. “Ҡышты ҡаршылағанда”, Х.Назар. “Яуа ҡарҙар” 1с.
Р.Ғарипов. “Башҡортостан”, И.Кинйәбулатов. “Дуҫлыҡ төйәге” 1с.
М.Кәрим. 3с. Әҫәрҙәрендә балалар тормошон, улар араһында дуҫлыҡ тойғоһон һүрәтләү,
балаларҙа хайуандарға ҡарата иғтибар, һөйөү тәрбиәләү.
Р.Шәкүр. “Урал батыр иле – сал Урал”, Р.Ниғмәти. “Ҡыҙымдың һорауҙарына
яуаптар” 1с.
Әҫәрҙең йөкмәткеһе. Идея мәғәнәһе. Төп образдар.
Әҙәбиәт теорияһы. Йәнләндереү.
А.Йәғәфәрова “Урал иле” 1с.
К.Кинйәбулатова.”Әсә күңеле”, Х.Назар. “Таҡта сәй” 1с.
Ғ.Вәлиев. “Әсәйем фатихаһы” 1с.
Р.Назаров. “Яҙ башы”, Ш.Бикҡол. “Яҙғы уйҙар” 1с.
Д.Бүләков. “Яҙғы ташҡын менән килгән бәхет” 2с.
Й.Мостафин. “Ыласын” 1с.
Р.Ниғмәти. “Еңеүселәргә дан”, М.Кәрим. “Билдәһеҙ һалдат” 1с.
Т.Ғиниәтуллин. “Миҙал” 1с.
Һуғыш ветеранына булған иғтибар, ветерандарҙың иғтибарға нисек мохтаж булыуын
күрһәтеү.
Р.Ғарипов. “Һабантурғай”, А.Карнай. “Турғай” 1с.
Тыуған ерҙе һағыныу. Уның тәбиғәтен маҡтау идеяһы. Тәбиғәтте тасуирлау.
З.Хисмәтуллин.”Урман ҡунағы” 1с.
Әҫәрҙә яҙғы урман, тәбиғәтте, йәнлектәрҙе һүрәтләү. Олатай һәм уның ейәненең тәбиғәткә
мөнәсәбәте.
С.Агиш.”Турыҡай”. Т.Йосопов.”Ерән ҡашҡа” 1с.
Хикәйә һәм шиғырҙың идея йөкмәткеһе, образдары, художестволы үҙенсәлектәре.
К.Кинйәбулатова.”Барыһы тыуған еремдә”, Ф.Иҫәнғолов.”Хәмит күпере” 1с.
Әҫәрҙең йөкмәткеһе, идея мәғәнәһе, образдары.
Әҙәбиәт теорияһы. Характеристика тураһында төшөнсә.
А.Игебаев. “Һыу буйында балыҡсы”,М.Әбсәләмов. “Йомағужа тирәктәре” 1с.
М.Йәлил. “Йырҙарым”, Дәрдмәнд. “Нурый менән Зәйнәб”, “Бер хазина”, С.Моҡанов.
“Минең республикам” 1с.
6 класс (68 сәғәт)
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы. Ф.Ғөбәйҙуллина. Башҡортостан
флагы.2 с.
Беренсе бүлек. Алтын
һуҡмаҡ.С.Әлибаев “Мәктәп юлы”.Я.Вәлиев “Беренсе
көн”.Я.Ҡолмой “Мәктәп”.Р.Фәхретдин “Мәктәп”.4 с.
Икенсе бүлек. Уйҙың күрке –тел, телдең күрке –һүҙ. З.Биишеваның тормош һәм ижад
юлы.З.Биишева “Башҡорт теле”.Ҡ.Аралбаев “Башҡорт ҡоролтайына”.Р.Бикбаев “Хаҡыма
хат” (поэманан өҙөк).5 с.
Өсөнсө бүлек. Ил ҡеүәте –икмәктә. Г.Юнысова “Ер улына”.Д.Бүләков “Ҡара
икмәк”.Әҙәбиәт теорияһы. Хикәйәләү тураһында. Ф.Чанышева “Икмәк еҫе”.Ә.Вахитов
“Өс бөртөк бойҙай”.5 с.
6

Дүртенсе бүлек. Халыҡ һүҙен ташлама. Башҡорт халыҡ ижады тураһында.Башҡорт
халыҡ әкиәте “Урал батыр”.Әҙәбиәт теор. Батырҙар тураһында әкиәттәр.“Ҡариҙел” әҫәре.
Бәйеттәр.
Герман
һуғышы
бәйеттәре.
“Дон
далаларында”,
“Егеттәр”
бәйеттәре.Таҡмаҡтар.8 с.
Бишенсе бүлек. Уҡытыусы! Ошо исемдән дә юғарыраҡ ниндәй исем
бар!?К.Кинйәбулатова “Уҡытыусым”.Л.Яҡшыбаева “Уҡытыусы-ул белем биреүсе лә,
икенсе әсәй ҙә...” Ф.Иҫәнғолов “Уҡытыусы Ғүмәров”.4 с.
Алтынсы бүлек. Беҙҙең боронғо әҙәбиәтебеҙ. Яҙма ҡомартҡылар.Ҡ.Ғәли “Йософтоң
матурлығы” (ҡиссанан өҙөк).Ҡара Табын шәжәрәһе. Шәжәрә тураһында.С.Сараи.
Парсалар. Әҙәбиәт теорияһы.4 с.
Етенсе бүлек. Ата-олатайҙарҙың да төйәге.Т.Йосопов “Ай Уралым, Уралым”.Н.
Иҙелбай “Салауат ташы”. Ж.Кейекбаев “Урал тураһында ҡобайыр”.3 с.
Һигеҙенсе бүлек. Батырҙарҙы яуҙа күп күрҙек, Салауаттай батыр юҡ икән...С.Юлаев.
“Ағиҙелкәй аға ҡая аралап”, “Йырҙар”. М.Иҙелбаев “Төш”.Р.Ғарипов “Салауат батыр”.3 с.
Туғыҙынсы бүлек. Башҡортостан – Гөлбостан...Ш.Бабич. “Башҡортостан”.З.Биишева
“Башҡортостан”.Н.Нәжми “Башҡортостан”.3с.
Унынсы бүлек. Һыҙҙырт, ҡурай, башҡорт моңдарын...Н.Ғәлимов “Яуҙан ҡайтҡан
ҡурай”.Ҡ.Аралбаев “Йомабай ҡурайы”. 2 с.
Ун беренсе бүлек. Әсәй күңеле – тулы ҡояш...А.Игебаев “Әсәйемә”, Р.Ғарипов “Әсәм
ҡулдары”.Й.Солтанов “Ҡәнәфер сәскәһе”. “Бер әсәнең зарыҡҡаны” әкиәте.3 с.
Ун икенсе бүлек. Яуҙа еңеп ҡайтығыҙ! Ҡ.Даян “Шайморатов Генерал”.Ә.Бикчәнтәев
“Бөркөт һауала үлә”.Т.Килмөхәмәтов “Турайғыр”. 6 с.
Ун
өсөнсө
бүлек.
Тәбиғәт
донъяһында...Г.Юнысова
“Талы
бөгөлөп
тора”.Ф.Ғөбәйҙуллина “Умырзая”.А.Игебаев “Сыйырсығым”, Р.Назаров “Офоҡтағы
ҡояш”.С.Яҡупов “Ҡарабаш турғай”.4 с.
Ун дүртенсе бүлек. Туғандаш халыҡтар әҙәбиәте. Ғ.Туҡай “Шүрәле”.Халыҡ ижады һәм
әҙәбиәт. В.Бианки “Ҡоторған тейен”. И.Йосопов “Ҡара бүрек хаҡында һүҙ”.4 с.
Картиналар буйынса эштәр. Инша яҙыу.Телмәр үҫтереү. 6 с.
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Дәрес-зачет.Йомғаҡлау 3 с.
7 класс (68 сәғәт)
Инеш. 5-6 кластарҙа алған белемдәрҙе тулыландырыу, тема буйынса бирелгән әҙәби
әҫәрҙәр буйынса тасури уҡыу монологик һөйләү күнекмәләре башҡарыу. Мәктәп уҡыу
китап тураһында мәҡәлдәр әйтемдәр менән танышыу. М. Ямалетдинов «Көрәш, кеше», Ғ.
Дәүләди «Ҡоролтайға барам», И. Бураҡаев «Башҡорт көсө», Ғ.Хөсәйенов «Ете ырыу»,
Парсалар. Алдар батыр ҡиссаһы. Ғ.Хөсәйенов «Батырҙар ҡиссаһы».Башҡорт батырҙары.
Б.Рафиҡов тормошо, ижады. «Эйәрләнгән ат». З. Биишева «Салауаттың һуңгы
монологы».Салауатттың һүнмәҫ рухы. Я. Хамматов «Төньяҡ амурҙары».- 12 сәғәт.
Инша. - 1 сәғәт
Башҡорт халыҡ ижады. Башҡорт халыҡ ижады темаһын кинәйтеү, тулыландырыу. Һүҙ
байлығын һөйләү телмәрен арттырыу, нығытыу, текстарҙы аңлы ҡабул итеү. Жанр
төрлөлөгөн өйрәнеү. Башҡорт теле буйынса видеофильмдар ҡарау, әңгәмәләшеү. Тарихи
йырҙар. «Урал » - башҡорт халҡының гимны. Һөргөнгә ебәрелгән кешеләр тур-да
7

йырҙар.Ҡатын -ҡыҙҙар яҙмышы т-дағы йырҙар. Ғ.Хөсәйенов «Ҡурай». . «Ерәнсә сәсән»
әкиәте. Йомғаҡлау дәресе. – 9 сәғәт. Инша-1.
С.Юлаев тормошо, ижады. Милли башҡорт батыры С. Юлаев тураһында мәғлүмәттәрҙе
тәрәнәйтеү. Уҡыусыларға башҡорт тарихына ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ әҫәрҙәр уҡыу,
видеофильм ҡарау, гәзит-журнал материалдары менән танышыу. С.Юлаевтың
шиғырҙарын тәрәнәйтеп өйрәнеү, анализлау. С.Юлаев - шағир – импровизатор. С.Злобин
«Салауат Юлаев». – 3 сәғәт.
В.Зефиров. Башҡорт халҡының француз яуындағы батырлығы тураһындағы
мәғлүмәттәрҙе өйрәнеүҙе дауам итеү. Рәсәй тарихында башҡорт халҡының уйнаған роле
хаҡында әңгәмә үткәреү, һүрәттәр, видеофильм ҡарау. Йәнтүрә хикәйәһе. - 1 сәғәт.
М.Аҡмулла. Башҡорт халҡы яҙмышында мәғрифәтселәрҙең уйнаған роле тураһында
өйрәнеүҙе дауам итеү. Аҡмулла кеүек шәхестәр тураһында лекция һөйләү, балаларҙа
милли ғорурлыҡ хистәре уятыу. «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!». М.Аҡмулла «Нәфсе»,
«Өлгөр һүҙ.». М. Аҡмулла күтәргән мораль-этик проблема. - 3 сәғәт. Инша-1 сәғәт.
М. Ғафури. Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Ғафури ижадын, тормош юлын өйрәнеп,
уҡыусыларҙа белемгә ынтылыш тәрбиәләү. Шағирҙың тормош юлы өлгөһөндә балаларға
тормош һабаҡтары биреү. Тасури уҡыу күнекмәләрен нығытыу. Тормош юлы, ижады.
М.Ғафури «Гөлдәр баҡсаһында».М.Ғафури ижады. - 4 сәғәт.
Д.Юлтый. Билдәле шәхестең тормош юлы, ижады нигеҙендә уҡыусыларҙа башҡорт
тарихына, әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү. Тормош юлы, ижады. – 3 сәғәт.
Ш.Бабич. Бөйөк шағир Бабич шиғриәте нигеҙендә балаларҙа әҙәбиәткә һөйөү, милли
ғорурлыҡ хистәре үҫтереү. Тасуири уҡыу күнекмәләрен нығытыу. «Салауат батыр».
Ш.Бабич «Ҡурайҡайға».Т.ү. «Ш. Бабич – бөйөк шағир » - 3сәғәт. Инша – 1.
Һ.Дәүләтшина ижады. Халҡыбыҙҙың бөйөк ҡыҙы, яҙыусыһы өлгөһөндә тормошҡа һөйөү
тәрбиәләү. Һ.Дәүләтшина. Айбикә. - 5 сәғәт.
Р. Ниғмәти. Тасури уҡыу күнекмәләрен нығытыу. Р. Ниғмәти. Йәмле Ағиҙел буйҙары. – 3
сәғәт.
Мостай Кәрим. Бөйөк шағир Мостай Кәрим ижадың өйрәнеп, милли ғорурлыҡ хистәрен
нығытыу, илһөйәрлек тойғоларын үҫтереү. Мостай Кәрим. Айгөл иле. - 7сәғәт. Инша-1
Р. Өмөтбаев. Бөйөк Еңеү байрамын лайыҡлы ҡаршылау, Ватан тарихына ихтирам
үҫтереү нигеҙендә Бөйөк Ватан һуғышы тураһында әҫәрҙәр уҡыу, телмәр үҫтереү буйынса
инша яҙыу. Р. Өмөтбаев. Атлы башҡорт-2. Улар – еңеүселәр. Еңеү көнө менән.Ҡабатлау. 5 сәғәт. Инша – 1.Әҙәбиәт теорияһы материалдары программа буйынса үткәрелә .
Кластан тыш уҡыуға 4 сәғәт бүленә.
8 класс (68 сәғәт)
Р.Бикбаев “Бөтә донъя башҡорттары, берләшегеҙ!” -1 сәғ.,
Ә.Моратов “Башҡортлоҡ” – 1 сәғ.
Шиғырҙарҙың идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү, тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү.
Шиғырҙарҙа халыҡ характерына хас ыңғай сифаттарҙы сағылдырыу, халыҡты йәмғиәтте
яңыртыуға, демократик нигеҙҙә үҙгәртеп ҡороуға, был көрәштә берҙәмлеккә саҡырыу
идеяһы.
Ҡобайырҙар – 3 сәғ.
Ҡобайырҙа халыҡтың фантазияһы, тапҡыр аҡылы һәм тормош тураһында фәлсәфәһе
сағылышы. Халыҡты хандарға, бейҙәргә ҡаршы көрәшкә өндәү идеяһы. Тыуған ерҙе һәм
уның азатлығы өсөн көрәшкән батырҙарҙы данлау.
8

Әҙәбиәт теорияһы: Ҡобайыр тураһында төшөнсә.
“Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең әйтешкәне” – 1 сәғ.
Әйтештә феодаль йәмғиәтендәге синыфтар бүленеше һәм синфи көрәштең
сағылышы.Идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү, тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү.
Әҙәбиәт теорияһы: Әйтештәр тураһында төшөнсә.
Ш.Әминев Тамъяни “Урал”, “Башҡорт бабаларының тарихы” – 1 сәғ.
Шиғырҙарҙың идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү, тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү.
Үҙең йәшәгән ер-һыуҙы, Тыуған илен һаҡлаған ир-егеттәрҙе данлау, Урал буйының
тәбиғәтен тасуирлау.
Мөхәммәт пәйғәмбәр. “Ҡөрьән китабы” – 1 сәғ.,
Р.Бикбаев “Хәҙистәр”, М.Ямалетдинов “ Ҡөрьән сүрәләре” – 2 сәғ.
Әҙәбиәт теорияһы: Хәҙистәр тураһында төшөнсә.
Ғ.Ибраһимов “Кинйә” - 4 сәғ.
Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Романда сағылдырылған осор, социаль-тарихи шарттар,
халыҡ тормошо һәм көрәшенең сағылышы.
Б.Бикбай “Ер” поэмаһы – 1 сәғ.,
“Ҡаһым түрә” – 3 сәғ.
Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Халыҡтың үҙ азатлығы өсөн быуаттар буйы алып
барған көрәшен һәм азатлыҡ яулауын һүрәтләү. Халыҡ һәм тыуған ер образдарының
кәүҙәләнеше. Поэманың художество үҙенсәлектәре.
Драманың идея-йөкмәткеһе. Рус халҡы менән башҡорт халҡы араһындағы дуҫлыҡты
сағылдырыу. Халыҡ образы. Реакцион офицерҙар образдары. Әҫәрҙәге төп конфликт.
Художестволы әҫәрҙең композицияһы тураһында төшөнсә, әҙәбиәт теорияһы.
Ғ.Сәләм “Шоңҡар” – 2әғ.
Поэманың темаһы, идея йөкмәткеһе. Әҫәрҙә кешенең яңынан тыуыуы. Төп образдарға
ҡылыҡһырлама биреү.
Поэтик синтаксис – әҙәбиәт теорияһы.
З.Биишева “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәте – 1 сәғ.
Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһе. Төп образдар, художестволы эшләнеше.
Әҙәбиәт теорияһы: Хикәйәт тураһында төшөнсә.
М.Кәрим “Алыҫ юлға эйәрләйҙәр”, “Йәшәйһе бар” – 1 сәғ.,
Шиғырҙарҙың идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү, тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү.
Ҙур хеҙмәт башҡарған, оло хеҙмәткә лайыҡ кешеләрҙе һүрәтләү, кеше ғүмере, йәшәү
мәғәнәһе хаҡында уйланыуҙар.
М.Кәрим “Ҡоролтайға ҡотлау”, “Айһылыуҙың күҙ йәштәре” – 1сәғ.,
Шиғырҙарҙың идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү, тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү.
Кешелеклелеккә, шәфҡәтлелеккә саҡырыу.
М.Кәрим “Үлмәҫбай” поэмаһы – 2 сәғ.
Әҫәрҙә башҡорт яугирҙарының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы батырлыҡтарын
кәүҙәләндереү. Поэманың идея йөкмәткеһе. Халыҡ ижады алымдарының оҫта
файҙаланыуы. Поэманың оптимистик рухта булыуы, юмористик алымдарҙың әһәмиәте.
Әҙәбиәт теорияһы: Лиро-эпик поэаларҙың үҙенсәлектәре тураһында.
Н. Мусин “Йыртҡыс тиреһе” – 3 сәғ.
Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, Һолтанбайҙың ауыр яҙмышы. Йәмғиәттә хөкөм һөргән
шәхес культы осоро эҙемтәләрен, заманыбыҙҙың законһыҙлыҡ, шәфҡәтһеҙлек
күренештәрен, фажиғәләрен тасуирлау.
Р.Ғарипов “ Урал йөрәге”, “Аманат”, “Уйҙарым”, “Кеше ғүмере” – 4 сәғ.
Шиғырҙарҙың идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү, тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү.
Тыуған Башҡортостан, уның тарихын, бөгөнгөһөн һүрәтләү. Кешенең оло йәнлелеген,
кешелеклелеген, рухи матурлығын сағылдырыу, гуманлыҡҡа саҡырыу.
Ғ.Х өсәйенов “Һуңғы тарпан” – 2 сәғ.
9

Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү,тарпандарҙың ҡырып бөтөрөлөүен күрһәтеү. Кейекхайуандарға, аттарғ рәхимле булырға, уларҙы һаҡларға өндәү.
Әҙәбиәт теорияһы: Әйләнмә композицион сара.
Р.Бикбаев “Башҡортостан бында башлана”, “Йүкәләрҙән һығылып бал тамғанда”,
“Дауыл”, “Барып етһен ине хаттарым” – 4 сәғ.
Шиғырҙарҙа тыуған ергә мөхәббәт, уның именлеге, тәбиғәтте һаҡлау, халыҡ яҙмышы өсөн
борсолоу,
кешеләр
араһындағы
дуҫлыҡ,
тормошҡа
әүҙем
мөнәсәбәт
проблемалары.Шиғырҙарҙың идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү, тасуири уҡыу
күнекмәләре үткәреү.
Т. Ғиниәтуллин “Мәтрүшкә еҫе”, Әсә һәм бала” – 4 сәғ.
Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, ябай кешеләрҙең күңел күркәмлеген, эске донъяһының
сафлығын күрһәтеү. Хәбибулла образы.
Әсә менән бадла араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырыу. Образдары.
Н.Нәжми “Башҡортостан”, “Аҡ шишмә” – 2 сәғ.
Шиғырҙарҙың идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү, тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү.
Тыуған Ер – әсәгә һөйөү тойғоһон сағылдырыу. Лирик герой образы.
Ҡ.Аралбай “Беҙ – кеше” поэмаһы – 2 сәғ.
Поэманың идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү, тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү.
Бөгөнгө көндә беҙҙе уйландырған, борсоған мәсьәләләр: тәбиғәт бысраныу, ер-һыу
ағыуланыуы, ил, тел яҙмышы хаҡындағы ҡараштарҙың сағылышы.
Ф.Туғыҙбаева “Аҡмулла”, “Ҡыңғырау” – 2 сәғ.
Шиғырҙарҙың идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү, тасуири уҡыу күнекмәләре
үткәреү.Атом радицияһының зарарҙары , фажиғәһе арҡаһында тәбиғәттең ағыуланыуы,
кешегә зарары, касафатын күрһәтеү.
Ә.Әминев “Ҡытайгород” – 2 сәғ.
Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү,ер яҙмышы кеше, милләт яҙмышы икәнлеген күрһәтеү.
Р.Камал “ Таня –Таңһылыу” – 2 сәғ.
Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, идея-тематик йөкмәткеһен асыҡлау. Руслашыу һәм
милләт-ара ҡатнаш никахтар тураһында уйланыу.
Х. Назар “ Башҡотостан – минең баш йортом”, “Аҡҡа табыныу” , “ Дауа”– 2 сәғ.
Шиғырҙарҙың идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү, тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү.
Шиғырҙарҙа ил, телде башҡорт йырын данлау, изгелеккә, күңел сафлығына саҡырыу.
Китап хаҡында хикәйәт – 1 сәғ.
Китап – кешелек хәтере. Китап тураһында халыҡ. Башҡорт китабы.
9 класс (68 сәғәт)
Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
Инеш - 1 сәғәт
Башҡорт халыҡ ижады -2 сәғәт
Башҡорт халыҡ эпосы йәки ҡобайырҙар – 4 сәғәт
Һүҙлек менән эш. Эпоста күтәрелгән философик, педагогик һәм әхлаҡ-этик проблемалар.
Боронғо әҙәби ҡомартҡылар - 8 сәғәт
Боронғо төрки әҙәбиәтенән үрнәктәр.М.Ҡашғари. Й.Баласағуни “Ҡутатғу билиг”, “Ҡорҡот
ата”, “Уғыҙнамә” хикәйәте.Башҡортостанда боронғо ҡулъяҙма әҙәбиәт. Ҡол Ғәли “Ҡисса
и Йософ” поэмаһы.Ҡотб “Хөсрәү вә Ширин”, Хәрәзми “Мөхәббәтнамә”, Сәйф Сараи
“Гөлөстан бит төрки”, “Буҙегет”, Батыршаның батшаға яҙған хаты.
Шәжәрәләр – 1 сәғәт
Юрматы ырыуы шәжәрәһе. Үҫәргән ырыуы шәжәрәһе.Башҡортостандың Рәсәйгә
ҡушылыу сәбәптәре. Шәжәрә тураһында төшөнсә. Шәжәрәләрҙең идея-тематик
йөкмәткеһе.
Йырауҙар – 2 сәғәт
10

Һабрау йырау тураһында мәғлүмәт. Асан Ҡайғы, Ҡаҙтуған йырауҙар.
Сәсәндәр ижады – 3 сәғәт
Сәсәндәр ижады тураһында белешмә. Әҫәрҙәрҙең төп идеяһы, образдар системаһы,
сағыштырмаса характеристика. Әйтеш тураһында төшөнсә.
Салауат Юлаев – 4 сәғәт.
Яугир-шағирҙың тормошо һәм яҙмышы. Салауат – яугир, шағир, сәсән. Шиғырҙарының
тематикаһы һәм проблематикаһы. Тыуған ил, тәбиғәт, мөхәббәт, азатлыҡ һәм батырлыҡ
тураһындағы шиғырҙары. Тарихи шәхес, әҙәби герой, тарихи ваҡиға һәм художестволы
әҫәр тураһында төшөнсә.
18 быуат әҙәбиәтендәге йүнәлештәр -2 сәғәт
Т.Ялсығол-әл Башҡорди.
Ғәбдрәхим Усман.
19 быуат әҙәбиәте - 4 сәғәт
Һибәтулла Сәлихов, Ғ.Соҡорой.
Аҡмулла – 4 сәғәт.
Өмөтбаев – 5 сәғәт.
М.Өмөтбаевтың ғилми-ағартыу, тарих, этнография, фольклор, тәржемә өлкәһендәге
эшмәкәрлеге. Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр. Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр һәм
уларҙа тыныш билдәләре.
Ризаитдин Фәхретдин - 3 сәғәт
Биографик белешмә. Философик лирика. Тәбиғәт лирикаһы. Шиғыр-ҡобайырҙар.
20 быуат башындағы әҙәбиәт -7 сәғәт
С.Яҡшығолов, Фәтхелҡадир Сөләймәнов.
Яҙыусының тормош юлы һәм ижадына белешмә.
Мәжит Ғафури – 6 сәғәт.
Яҙыусының тормош юлы һәм ижадына белешмә. Әҫәрҙәрендә социаль тигеҙһеҙлекте,
ғәҙелһеҙлекте фашлау. Художество методы, художество образ тураһында төшөнсә. Рәшит
Нурмөхәммәтовтың картинаһы буйынса эш. Һыҙыҡ, нөктәле өтөр, ике нөктәнең ҡуйылыу
осраҡтары.
Ш.Бабич – 4 сәғәт.
Шағирҙың тормош һәм ижад юлы тураһында белешмә. Башҡортостан, азатлыҡ өсөн
көрәш, тәбиғәт, мөхәббәт темаһы. Йәйәләр һәм тырнаҡтар ҡуйылыу осраҡтары. Синтаксис
һәм пунктуация буйынса үтелгәндәрҙе дөйөмләштереү һәм системаға һалыу.
Әҙәбиәт буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау -2 сәғәт
Инша яҙыу, практик дәрестәр, телмәр үҫтереү – 8 сәғәт

11

“Башҡорт әҙәбиәте” фәненең төп йөкмәткеһе буйынса тематик план.
Уҡыу курсының бүлектәре
1-се бүлек. Башҡорт халыҡ
ижады
2-се бүлек. Боронғонан алып
XVIII быуат аҙағына тиклемге
башҡорт әҙәбиәте
3-сө бүлек. XIX быуат әҙәбиәте
4-се бүлек. XX быуат башында
әҙәбиәт
5-се бүлек. Башҡорт совет
әҙәбиәтенең формалашыуы (19171929 йылдар)
6-сы бүлек. Утыҙынсы йылдар
әҙәбиәте
7-се бүлек. Бөйөк Ватан һуғышы
йылдарында башҡорт әҙәбиәте
8-се бүлек. Һуғыштан һуңғы осор
әҙәбиәте
9-сы бүлек. Хәҙерге әҙәбиәт.
10-сы бүлек. Туғандаш халыҡтар
әҙәбиәте.
11-се бүлек. Әҙәбиәт теорияһы
һәм тарихы буйынса мәғлүмәттәр
(10 сәғәт)
12-се
бүлек.
Әҙәби
белем
кимәлен
диагностикалау,
ағымдағы
һәм
йомғаҡлау
контроле, яҙма эштәр, синыфтан
тыш уҡыу

Кластар
5 класс 6 класс

7 класс

8 класс

9 класс

8

9

9

4

13

1

5

4

1

10

1
1

2
1

3
10

1
-

16
12

1

-

-

-

5

2

-

6

6

-

1

-

-

2

-

2

-

7

-

-

38
1

34
4

15
-

36
-

-

4

4

4

4

4

8

9

10

10

10

12


Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

ВНИМАНИЕ!

Срок действия лицензии на использования программного обеспечения окончен 27.03.2024.
Для получения информации с сайта свяжитесь с Администрацией образовательной организации по телефону +7(34740)2-52-61

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».