Родная литература

Башҡорт әҙәбиәтенән эш программаларына аннотация.

Төп белем биреү мәктәбе курсы.

Программа кимәле:   базалы

 Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:

  Дөйөм белем биреүсе мәктәптәр өсөн башҡорт әҙәбиәте буйынса программа дөйөм белем биреү йөкмәткеһенең  фундаменталь үҙәге (ядроһы) һәм икенсе быуын Федераль дәүләт стандарттарында ҡуйылған талаптар нигеҙендә төҙөлдө. Унда шулай уҡ дөйөм белем биреүҙең уҡыу эшмәкәрлеген үҫтереү һәм формалаштырыу программаһының төп идеялары һәм положениелары, дөйөм белем биреүҙең башланғыс белем биреү программалары менән күсәгилешлек принциптары күҙ уңында тотолдо.

 

                Маҡсат һәм белем һөҙөмтәләре бер нисә кимәлдә бирелә - шәхес, метапредмет һәм предмет йүнәлешендә. Үҙенең сиратында предмет һөҙөмтәләре кеше эшмәкәрлегенең төп сфераларына ярашлы күрһәтелә: танып белеү, ҡиммәт ориентацияһы, хеҙмәт, физик, эстетик тәрбиә.

 

Уҡыу планында предметтың урыны. Башҡортостан Республикаһының башҡорт телендә уҡытылған дөйөм белем биреүсе мәктәптәр өсөн йыллыҡ уҡыу  планы әҙәбиәтте 340 сәғәт күләмендә уҡытыуҙы күҙ уңында тота:

5-се класта – 68 сәғәт,

6-сы класта – 68 сәғәт,

7-се класта – 68 сәғәт,

 8-се класта – 68сәғәт,

9-сы класта – 68 сәғәт.

 

Эш программаһы түбәндәге хоҡуҡи- норматив документтарға таянып төҙөлдө:

- Рәсәй Федерацияһы һәм Башғортостан Республикаһы Конституцияһы;

- РФ законы “Мәғариф тураһында” (273- сө һанлы – ФЗ, 29.12.2012 );

- РБ законы “Мәғариф тураһында” (696 - сы һанлы –ФЗ, 01.07.2013 );

- “Башҡортостан халыҡтары телдәре” законы;

- “Башҡорт мәғарифын үҫтереү концепцияһы”;

- 2016/2017  уҡыу йылында дөйөм белем биреү учреждениеларында ҡулланыу өсөн Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән уҡыу әсбаптары исемлеге;

- Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районы муниципаль дөйөм белем биреү  бюджет  учреждениеһы Имәндәш ауылының төп дөйөм белем биреү  мәктәбенең уҡыу планы

 

Дәреслектәр.

 әҙәбиәт. Урта мәктәптең 5-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек- хрестоматия/ М. Х. Хочу такой сайт

Иҙелбаев,     Ә.М.Сөләймәнов.- Өфө: Китап, 2007.

Туған әҙәбиәт. Урта мәктәптең 6-сы класс уҡыусылары өсөн дәреслек- хрестоматия/ М. Х.

Иҙелбаев,     Ә.М.Сөләймәнов.- Өфө: Китап, 2008.

 Туған әҙәбиәт. Урта мәктәптең 7-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек- хрестоматия/ М.Ғ.Ғималова, Ғ.Б.Хөсәйенов.- Өфө: Китап, 2008.

 Туған әҙәбиәт. Урта мәктәптең 8-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек- хрестоматия/ М.Ғ.Ғималова, Ғ.Б.Хөсәйенов.- Өфө: Китап, 2009. Дәреслек: Туған әҙәбиәт. Урта мәктәптең 9-сы класс  уҡыусылары өсөн дәреслек-/ М.Ғ.Ғималова, Ғ.Б.Хөсәйенов - Өфө: Китап, 2009.

Төп дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡыусы башҡорт балаларына башҡорт әҙәбиәтен уҡытыуҙың бурыстары түбәндәгеләрҙән тора:

1.                 Уҡыусының башҡорт әҙәби телен үҙләштереүенә, тексты аңлап, тасуири итеп, етеҙ уҡыуына, дөрөҫ яҙа белеүенә, әҙәби тел нормаларын һаҡлап, төрлө темаларға иркен һөйләшеүенә ирешеү.

2.                 Балаларҙы дөйөм башҡорт әҙәбиәте, халыҡ иҗады, башҡорт халҡының йыр-музыкаһы, театры, һынлы сәнғәте менән таныштырыу, күренекле яҙыусылар һәм уларҙың әҫәрҙәрен үҙләштереүҙәренә ирешеү.

3.                 Халыҡ тарихын һәм мираҫын өйрәнеү аша уҡыусыларҙа Ватанға, халыҡҡа, туған телгә мөхәббәт, ололарға, кеселәргә һәм кешегә ихтирам, мәрхәмәтлелек, шәфҡәтлелек тәрбиәләү. Шулай уҡ хеҙмәт тәрбиәһе һәм эстетик тәрбиә биреү.

Был бурыстар, айырым-айырым күрһәтелһәләр ҙә, үҙ-ара тығыҙ бәйләнгәндәр. Улар берҙәм уҡыу-уҡытыу процесында ғәмәлгә ашырылалар, сөнки дәрестә белем биреү, шәхес формалаштырыу бергә бәйләп алып барыла.

Программаға әҫәрҙәр киләсәк йәш быуынды мәрхәмәтле, шәфҡәтле, тыуған яҡ тәбиғәтен һаҡлаусы һәм яратыусы, кешелектең ыңғай сифаттарына эйә булған, милләт мәнфәғәттәрен яҡларҙай кеше итеп тәрбиәләү бурыстарын күҙ алдында тотоп һайланды.

Календарь-тематик пландың эстәлеген мәктәптә үҙләштерелергә, камилләштерелергә тейешле дөйөм күнекмәләр, башҡорт әҙәбиәте  курсы буйынса махсус белем һәм күнегеүҙәр тәшкил итә.

Башҡорт әҙәбиәтенән төп дөйөм белем стандарты.

          Төп дөйөм белем баҫҡысында әҙәбиәтте өйрәнеү түбәндәге максаттарға ирешеүгә йүнәлтелгән:

-         тиҙ үҙгәреүсән заман шарттарында файҙалы етештереүсән хеҙмәткә яраҡлы, үҙүҙен танып белергә һәм һәр ваҡыт камиллаштырырға әҙер, рухи донъяһы бай булған шәхес тәрбиәләү; гуманлылык ҡараштары, милли үзаң, гражданлыҡ тойғоһо, патриотизм, әҙәбиәткә һәм халыҡтың мәҙәни ҡиммәттәрен яратыу һәм хөрмәт булдырыу;

-         уҡыусыларҙа әҙәбиәттең үҙенсәлектәре тураһындағы ҡараштарҙы, әҙәби тексты ҡабул итеү, автор позицияһын аңлау, әҙәби процестың тарихи һәм эстетик нигеҙҙәренә төшөнөү, образлы һәм аналитик фекерләү культураһын, эстетик һәм иҗади һәләтте, ҡыҙыҡһыныуҙы, әҙәби зауыҡты; телдән һәм яҙма һөйләмде үҫтереү;

-         матур әҙәбиәт текстарын эстәлек һәм форма берлегендә аңлап ҡабул итеү, төп әҙәби-тарихи мәғлүмәттәрҙе һәм әҙәби-теоретик төшөнсәләрҙе белеү; әҙәбитарихи процесс тураһында дөйөм ҡараш булдырыу;

-         әҙәби-теоретик белемдәр нигеҙендә әҙәби әҫәрҙең тарихи-әҙәби ерлеген аңлап һәм тасуирылығын бөтөн тулылығында ғына асыҡланыусы булараҡ анализлау; төрлө типтағы инша яҙыу; кәрәкле мәғлүмәттәрҙе (интернет селтәре аша ла) табыу, системалаштырыу һәм файҙаланыу күнекмәләре булдырыу;

-         туған әҙәбиәттә һәм башҡа халыҡтар әҙәбиәттәрендә сағылыш тапҡан әхлаки идеалды үҙ-ара бәйләнештә  аңлау һәм  фекерләүҙәге уртаҡ һәм милли үҙенсәлектәрҙе асыҡлау.

  

 
Башҡорт әҙәбиәтенән 5-9 кластар өсөн эш программаһы (скачать) (посмотреть) (текст документа)
Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».